Ҡышты оҙатып яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ғәҙәттәгесә төрлө быуын һәм милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Иглин ауылында быйыл ул айырыуса сағыу уҙҙы. Асыҡ һауалағы сәхнәлә театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Үҙешмәкәр коллективтар таҡмаҡ, йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаһа, аниматорҙар балалар өсөн төрлө уйын-конкурстар, спорт ярыштары ойошторҙо. Майҙанда көн дауамында милли аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Сарала ҡатнашыусылар байрамдың тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне.