Өфө лимонраийында фейхоа сәскә атты

Субтропик емеш ошо көндәрҙә сәскәгә төрөнгән һәм Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарын тағы ла бер ай ярым тирәһе ҡыуандырасаҡ. Емештәре иһә йәй аҙағына өлгөрәсәк. С витаминына, йодҡа бай фейхоа атеросклероз, ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланыла. Бейеклеге 4 метрға тиклем етә алған үҫемлек сакураны хәтерләтә. Башҡортостанға үҙенсәлекле ҡыуаҡлы ағас XX быуаттың икенсе яртыһында индерелгән.