Баймаҡта Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә йөҙеү буйынса ярыштар үтте

Ҡаһарман яугирғап хөрмәт менән. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы бассейнында Афғанстан Республикаһынан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙың 37 йыллығы уңайынан һәм яугир-интернационалист Тимерйән Рәжәпов иҫтәлегенә йөҙөү буйынса район беренселеге үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Герой-интернационалист Тимерйән Рәжәпов-батырлыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө. Илгә хәүеф янағанда, ул икеләнеүһеҙ һаҡҡа баҫа һәм махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Уның хөрмәтенә йөҙөү буйынса район беренселеге үтте. Ҡаһарман яугирҙың яҡындары уның яҡты рухын иҫкә алдылар.

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарынан, шулай уҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан 60-тан ашыу йөҙөүсе урындағы герой-яугирхөрмәтенә ойошторолған ярышҡа килде.

Совет һалдаттарының ҡыйыулығы, сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлек һаҡлау-беҙҙең изге бурысыбыҙ. Уларҙың батырлығы йәш быуынды Тыуған илгә хеҙмәт итергә, тыныслыҡты һәм ғәҙеллекте һаҡларға рухландыра.