Радий Хәбиров коммуналь селтәрҙәрҙә аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы

Коммуналь инфраструктураны яңыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа инженер селтәрҙәргә бәйле аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың аресына бәйле фекерен белдерҙе. Тулыраҡ киләһе материалда.

Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлыҡ иң юғары дәүләт наградаһы-«Алтын йондоҙ» менән баһаланды. Республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне башлап, махсус хәрби операцияның теүәл дүрт йыл дауам итеүен, яҡташтарыбыҙҙың хәрби бурысты лайыҡлы үтәүен билдәләне. Төбәктә йәшәүселәрҙең берҙәмлеге, гуманитар ярҙам күрһәтеүе лә Еңеүгә ҙур өлөш индерә.

Оператив кәңәшмәлә коммуналь инфраструктураны яңыртыу мәсьәләһе лә ҡаралды, быйыл федераль проект буйынса йылытыу һәм һыу менән тәьминәт объекттары төҙөлөшөнә, капиталь ремонтҡа 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Контракттар төҙөү буйынса эш тамамланыу алдында. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдан 2028 йылға тиклем тармаҡты үҫтереүгә тағы ла 4 млрд һумдан ашыу финанстар бүленгән. Бынан тыш, 34 муниципалитетта ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә инвестиция программаларын тормошҡа ашыра.

Бөгөн оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы коммуналь селтәрҙәрҙәге аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы. Инфраструктураны яңыртыуға йүнәлтелгән программалар киҫкен мәсьәләне хәл итеп, халыҡҡа ресурстарҙы өҙлөкһөҙ рәүештә тапшырырға булышлыҡ итәсәк. Быйыл 95 саҡрым коммуналь селтәрҙәр төҙөлөшө, реконструкцияһы ҡаралған. Республикала йәшәгән 183 меңдән ашыу кеше өсөн коммуналь хеҙмәттәр сифаты яҡшырасаҡ.

Ирина Голованова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры

Ҡар иреп, юл асылыу менән юл хужалығында ла ҙур эш көтөлә. Соҡорҙарҙы ремонтлау йыл дауамында ойошторолоуға ҡарамаҫтан, иң күп өлөшө тап яҙға тура килә. Республикала төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы кимәлдәге 19 мең саҡрым юлға асфальт түшәлгән, былтыр автоматлаштырылған система мәғлүмәттәре буйынса 113 мең ярым соҡор ямалған. Әлегә ремонтта һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыла.

Ҡарҙан асылған участкаларҙа эш башланды. Төбәк кимәлендәге юлдарҙа ул 1 майға тиклем дауам итеп, 1 июнгә ремонт тамамланырға тейеш. Асфальт-бетон заводтарына килгәндә, улар апрелдә үҙ эшен башлай.

Любовь Минакова, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Туймазы ҡалаһында йәшәүселәрҙән килгән мөрәжәғәттәргә лә туҡталды. Барыһын да көнсығыш юл үткәргес ремонтын тамамлау ваҡыты борсой. Урындағы халыҡ өсөн мөһим объектты быйыл сафҡа индереү бурысы ҡуйылды.

Оператив кәңәшмәлә кадрҙар тәғәйенләү мәсьәләһе лә ҡаралды. Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы вәкәләтенә кандидатура тәҡдим итергә ҡушты. Ведомство менән оҙаҡ йылдар етәкселек иткән Әминә Шафиҡованың мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе, шул уҡ ваҡытта уның аресҡа алыныуына бәйле хәл бик ауыр ҡабул ителеүе тураһында билдәләнде.

Ултырышта янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәлә лә ҡаралды. Республика бюджеты иҫәбенә айырым категория граждандарға төтөндө иҫкәртеүсе 700 меңдән ашыу прибор тапшырылған. Был ҡорамалдар ярҙамында меңдән ашыу кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Радий Хәбиров янғындарҙа үлем осраҡтарын кәметеү буйынса һөҙөмтәле эш алып барылыуын телгә алып, ведомствоға яҡшы күрһәткестәр өсөн рәхмәт белдерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина