1 сентябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар торлаҡ менән тәьмин ителә башлай

Яңы закон проекты дөйөм ятаҡта йәштәр өсөн фатир шарттары ойоштороуҙы, ғаиләгә уҡыу, эшләү өсөн ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда был тәжрибә былтырҙан уҡ уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар ғаилә ҡороп дөйөм ятаҡта яҡшыртылған шарттарҙа йәшәй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Альяна менән Евгений Сатучиндар бер-береһенә мәктәптә уҡығанда уҡ ғашиҡ булған. Шишмә ауылында 11-се классты тамамлаған йәштәр Өфө фән һәм технологиялар университетында инженер һөнәре буйынса белем ала. 1-cе курстан һуң улар ғаилә ҡорған Сатучиндарҙың тормошон еңелләштереү өсөн университет ятағында айырым торлаҡ бүленгән.

Женя менән бергәләп ашарға бешерәбеҙ, ул миңә бүлмәне йыйыштырырға ла ярҙам итә. Дәрестәрҙе бергә әҙерләйбеҙ. Икәү булғас күңелле лә, уңайлы ла, йәшәү шарттарына шатланып бөтә алмайбыҙ.

Альяна Сатучина, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты

Яңы уҡыу йылынан Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар өсөн йәшәү шарттары ойоштороу маҡсаты ҡуйылған. Өфө фән һәм технологиялар университетында был тәжрибә 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Уҡыу йорто ҡарамағында балалар баҡсаһы ла асылған. Йәш парҙар өсөн ярҙам саралары уҡырға, һөнәр үҙләштереү, ғаилә ҡимәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк ти белгестәр.

Бала саҡ, ғаилә, тәрбиә һорауҙары институты мәғлүмәте буйынса һорау алынған студенттарҙың 60 проценты ғаилә ҡорорға теләй, әммә бының өсөн торлаҡ мәсьләһе ҡамасаулай. Студенттарҙың байтаҡ өлөшө дөйөм ятаҡта йәки ата-әсәләре менән йәшәй. Яңы закон проекты йәш ғаиләләрҙе арттырыу өсөн этәргес буласаҡ тип күҙаллана.

Ф.Миһранова