Республикала «Кадрҙар» милли проекты буйынса бушлай ҡайтанан уҡытыу башланды

Республикала «Кадрҙар» яңы милли проекты буйынса хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса граждандарҙы бушлай ҡайтанан уҡытыу программаһы эшләй.

Проект буйынса «Рәсәйҙә эш» платформаһында 1000 белем биреү программаһы бар. 2026 йылға раҫланған һөнәрҙәр исемлегенә хеҙмәт баҙарындағы иң кәрәкле 186 һөнәр ингән. Улар-иретеп-йәбештереүселәр, токарь, тегенсе. Web-программист һәм башҡа һөнәрҙәр.

Программала 50 йәштән өлкәндәр,махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары,3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпускылағы ҡатын-ҡыҙҙар,

һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр, эш эҙләүселәр ҡатнаша ала. Өҫтәмә бушлай белем алырға теләүселәр йәшәгән урыны буйынса мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш.

Быға тиклем 2019 йылдан Демография проекты буйынса беҙ 23 меңдән ашыу кешене уҡытып сығарҙыҡ. Былтыр 3200 граждан өҫтәмә белем алды. Уҡыусы өсөн программала ҡатнашыу бушлай.

Юрий Мельников, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары

Екатерина Чанышова проект буйынса туризм өлкәһендә инструктор- оҙатыусы һөнәренә уҡыған. Өҫтәмә белем тураһында диплом алған. Екатерина Өфөләге производство ойошмаһы хеҙмәткәре. Яңы үҙләштергән һөнәре буйынса ял көндәрендә республикала билдәле турфирмаларҙың береһендә эшләй. Ул турист төркөмдәрен Башҡортостандағы тау- мәмерйәләр һәм башҡа тәбиғәт мөйөштәренә йөрөтә.

Мин үҙем тәбиғәтте яратам. Башҡаларҙың да сәйәхәттән көс алып ҡайтыуын күреп илһамланам. Яңы һөнәрем миңә йәшәү йәме тип тә әйтә алам. Артабан аттестация үтәсәкмен.

Екатерина Чанышова, «Кадрҙар» проектында ҡатнашыусы