Башҡортостан бал менән илде тәьмин итеүсе төп төбәк булып ҡала

Бал дефицит булыуы ихтимал. Был хаҡта Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүселәр һәм етештереүселәр ассоциацияһы яҙа. Сәбәптәр иҫәбендә ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо аномалиялары һанала. Шулай уҡ 1 марттан умартасылыҡ продукттарына мотлаҡ маркировка индеререлеүе татлы алтынға ҡытлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Башҡортостан илде бал менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе булып тора. Татлы ризыҡ барыһына ла етерме? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Әйтерһең дә, күп фатирлы йорт. Тик әлегә бында бер кем дә йәшәмәй. Бал ҡорттары икенсе умарталарҙа ҡышлай. Василий Степанов был кәсеп менән 30 йыл шөғөлләнә. Миҙгеленә 4-5 тонна бал айырып ала. Быйыл да бал ҡорттары уңыш менән ҡыуандырһын өсөн әҙерлекте әле үк башланған.

Бал ҡорттарының гөжләү тауышы ишетелһә, тимәк, ҡышлау яҡшы үтә. Умарта баҙында тейешле температура һәм дымлылыҡты һаҡлау-төп шарт.

Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүселәр һәм етештереүселәр ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа тормошондағы аномалиялар бал етештереүгә кире йоғонто яһауы ихтимал. Был, тәү сиратта татлы ризыҡҡа дефицитҡа һәм магазин кәштәләрендә фальсификаттың артыуына килтереүе мөмкин. Был осраҡта ысын башҡорт балын нисек танырға тигән һорау тыуа.

Яңы миҙгелдә бал булмаясаҡ тип борсолорға кәрәкмәй. Башҡортостан умартасылары йылына 7 тоннаға тиклем бал айыра. Шуға күрә, республиканы ашатыр өсөн етерлек һәм татлы ризыҡ магазин кәштәләренән юғалмаясаҡ, тип тынысландыра белгестәр.

Халыҡ, башлыса, тәбиғи продукцияға өҫтөнлөк бирә. Сифатһыҙ ризыҡҡа юлыҡмаҫ өсөн, балды тикшерелгән умартасыларҙан ғына һатып алырға кәңәш итәләр. Әлегә яңы миҙгелде башлар өсөн Василий Степановтың умарта баҙында бал ҡорттары көс туплай. Ни тиһәң дә, күстең көсө уның уңышлы ҡышлауында, ти умартасы.

Әлфинә Килдейәрова