Мәскәүҙә «Еңеү хаҡына берҙәмлек» тигән ғәҙәти булмаған күргәҙмә асылды

Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Пресненский районының йәштәр палатаһы менән берлектә тарих һәм нейроселтәрҙе берләштергән. Экспозицияла баш ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған башҡорт хәрбиҙәре, шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимов бирелгән. Яһалма интеллект ярҙамында башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары «йәнләндерелгән» һәм улар ҡылған батырлыҡтары тураһында үҙҙәре һөйләй. Нейроселтәрле тарих менән март уртаһына тиклем Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә танышырға мөмкин.