Республика байрағы 3 төҫтән тора, йәшел азатлыҡ һәм мәңгелекте, аҡ тыныслыҡ, халыҡтарҙың хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк сафлыҡты аңлата. Түңәрәк уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһе тора. Ул 7 ырыу символы иҫәпләнә. “Башҡортостан флагы республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең берҙәмлек билдәһе. Ул беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын хәтерләтә, беҙҙе яңы уңыштарға әйҙәй. Байрағыбыҙ меңләгән кешеләрҙең йөрәген берләштерә, республика байрамдарында, акцияларҙа ҡулланыла. Бөгөн Башҡортостан әләме төшөрөлгән шеврон билдә генә түгел, ул ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ, антҡа тоғролоҡ символы”, - тип белдерҙе Республика башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса буйынса Совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина.