Республикала Йылдам үҫеш биләмәһендә 12 мең яңы эш урыны булдырыла

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Михаил Изотов ошо турала белдерҙе. Башҡортостан бындай биләмәләр һаны буйынса илдә алдынғылар исемлегендә. “Бөгөн Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Белорет һәм Благовещенда ошондай урындар бар. Беҙ резиденттар һаны буйынса ла лидерҙар иҫәбендә. Улар 140-тан ашыу. Дөйөм инвестиция портфеле 55 миллиард һум”, - тине министр урынбаҫары. Былтыр Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары Башҡортостан иҡтисадына 5 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған.