Ул бейеүсе һәм педагогтың 100 йыллығына арнала. Сара 26 февралдә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында уҙғарыла. Нинель Дауыт ҡыҙы 1926 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуа. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башлай. 1946 йылдан уның ижады Ҡазан ҡалаһы менән бәйле. Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры солисы,балет труппаһының художество етәксеһе була. Нинель Юлтыева Мысырҙа ла эшләй. Ҡаһирә балет төркөмөн етәкләй. 1981—1983 йылдарҙа Венесуэлала йәшәй. Каракас театрында педагог һәм балетмейстер була. Педагог 2014 йылда вафат була. Ҡазан ҡалаһында ерләнә.