Валентина Соловьева Стәрлетамаҡта йәшәй. Ул ҡаланың Почетлы гражданы. Валентина Ивановна 17 йәшендә фронтҡа китә. Санитар инструктор, Зенит-артиллерия полкында элемтәсе була. Фронтта “Германияны Еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Валентина Соловьева Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юл хужалығында эшләй. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн ветеран махсус хәрби опеарция яугирҙарына ярҙам итә.