Адаптив спорт үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр Беларусь республикаһында уҙған йөҙөү буйынса турнирҙа ҡатнашҡан. Егеттәр һәм ҡыҙҙар Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаған. Вице-премьер —спорт министры Руслан Хәбибов ошо турала белдергән. Яҡташтарыбыҙ Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжандан килгән йөҙөүселәр менән уҙышҡан. Богдан Мозговой 2 алтын, 2 көмөш, 1 бронза миҙалға лайыҡ булған. Эмиль Сәлимгәрәев пьедесталға шулай уҡ 4 тапҡыр күтәрелгән. Ул 2 алтын, 2 көмөш миҙал яуланы. Аделина Мозговая көмөш миҙал менән бүләкләнгән.