Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт флагы көнө менән ҡотланы

Бөгөн-Башҡортостандың дәүләт флагы көнө. Ошо уңайҙан республикала йәшәүселәрҙе социаль селтәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт флагы беҙҙе берләштереүсе республика символы, ғорурлығыбыҙ. Уны хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең шеврондарында, спортсыларыбыҙҙың яурындарында, халыҡ-ара сараларҙа күрәбеҙ. «Милләтебеҙгә, динебеҙгә, һөнәребеҙгә ҡарамай, барыбыҙ ҙа-ҙур республиканың һәм бөйөк илдең бер өлөшө. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ, маҡсаттарыбыҙ һәм ҡиммәттәребеҙ бар. Был беҙгә алға барыу өсөн энергия бирә. Барығыҙҙы ла байрам менән!»-тип яҙған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. 

Башҡортостан флагы-ярҙам символы булып та тора. Был хаҡта йәмәғәтселек фекере лидерҙары һөйләй. Республика байрағы менән гуманитар ылауҙар махсус хәрби операция биләмәһе, Курск, Белгород өлкәләренә оҙатыла. Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһының емерелгән ҡалаларын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша. 1992 йылдың 25 февралендә ҡабул ителгән флаг Башҡортостан менән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек билдәһе лә.