Был турала Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте. Уҙған оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров юл үткәргестәге эштәрҙең тотҡарланыуына бәйле халыҡтан мөрәжәғәт күп килеүен билдәләне. Объектты быйыл сафҡа индереү бурысы ҡуйылды. Әлегә подрядсы компания тарафынан газ һәм электр коммуникациялары үҙгәртеп ҡоролған, бетон тигеҙләнгән, юл үткәргескә илткән участкаларға ҡырсынташ һалынған.