Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән эшлекле осрашыуҙа яҡтар ойошмалар эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырып, хеҙмәттәшлектә мөһим йүнәлештәрҙе билдәләне. Тәүмаҡсат-гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бәйле берҙәм проекттар өҫтөндә эшләү. Күрше өлкәнең Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында 9 профилле комиссия һәм власть органдары ҡатнашлығында 13 эшсе төркөм булдырылған. «Министр менән сәғәт», Ғаилә көндәре, Сәләмәтлек мәктәбе кеүек проекттар тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлектә коммерция булмаған ойошмалар менән эш көнүҙәк һанала.