Республика хужалыҡтарына ташламалы кредит бирелә

Быйыл кредит проценттарын кәметеү өсөн федераль ҡаҙнанан 770 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яҙғы сәсеүҙе башҡарыу өсөн льготалы аҡса ҙур ярҙам. Хужалыҡтарға орлоҡ, ашлама, техника өсөн запас частар, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләргә  кәрәк.