Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, билеттар 1 марттан ҡиммәтләнә. Бындай ҡарар иҡтисади шарттар менән аңлатыла. Электр, запас частар һәм ремонт хаҡы күтәрелгән. Киләһе айҙан трамвай-троллейбуста ҡулаҡса һәм банк картаһы менән 41 һум түләргә кәрәк була. Берҙәм транспорт картаһы буйынса юл хаҡы 34 һум була. Уҡыусы картаһы менән 21 һум торасаҡ.