Был эш Рус география йәмғиәте ярҙамында башҡарыла. Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни тикшеренеү институты вәкиле Татьяна Седых белдереүенсә, элек зубрҙар Башҡортостан биләмәләрендә йәшәгән. Хәҙерге тәбиғәт шарттары уларға яраҡлы. Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар Мораҙым тарлауығында йәшәй. Уларҙың һаны 23-кә етте.