Өфөлә уҡыусылар дрондар менән идара итергә өйрәнә

«Пилотһыҙ системалар» федераль проекты сиктәрендә Өфөнөң Советтар Союзы геройы Наталья Ковшова исемендәге 155-cе лицейы уҡыусылары дрондар менән идара итергә өйрәнә. Махсус йыһазландырылған кабинетта пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйырға, программалау серҙәренә өйрәтәләр. Өҫтәмә дәрестәр инженер кластар өсөн ҡаралған. Әлегә күнекмәләр спорт залында үтә, педагогтар ҙур осоу зонаһы ойоштороу ниәте менән яна.

Башта балалар симуляторҙа пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итергә өйрәнә, унан һуң реаль шарттарҙа оҫталығын һынап ҡарай. Дронды йыйыу, 3Д-моделләштереү серҙәренә төшөнә. Пилотһыҙ авиация системалары менән идара итеү, уларҙы хеҙмәтләндереү буйынса уҡытыу ойошторолған. Уҡыуысыларҙа был йүнәлеш ҡыҙыҡһыныу уята.

Сергей Лагутин, Советтар Союзы Геройы Н.В. Ковшова исемендәге 155-се лицейҙың өҫтәмә белем биреү педагогы