Мәскәүҙә белем алыусы Башҡортостан йәштәре республиканың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Сара йәнле фекер алышыу форматында үтте. Студенттар һәм аспираттанттарҙы төрлө темалар, атап әйткәндә күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, профилле ведомстволарҙа, хатта Ҡытайҙа практика үтеү, дефицитлы йүнәлештәр буйынса эксперт берләшмәһе булдырыу, медицина туризмын үҫтереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы. Сығыш яуаусылар билдәләүенсә, бындай саралар республиканан сыҡҡан йәштәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Асыҡ диалог ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың һорауҙарын ишетергә һәм уларға оператив рәүештә яуап бирергә мөмкинлек бирә.