Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы эмблемаһы раҫланды

Ул көслө күп быуынлы ғаиләне-республиканың, илдең нигеҙен кәүҙәләндерә. Быуындар бәйләнешен һаҡлап йәшәү, ҙур һәм татыу ғаиләләрҙең абруйын күтәреү-йылдың төп маҡсаты. Йыл дауамында был йүнәлештә йөҙҙән ашыу сара ҡаралған.

Эмблемала күп балалы ғаиләлә генә түгел, ә күп быуынлы ғаилә һынландырылған. Унда олатай, өләсәй, уларҙың балалары һәм ейәндәре, республика флагы бар. Конкурста тап ошо символ еңеп сыҡты.

Ирина Небогатова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары