Учалыла керамика гранулалары етештерелә башлай. «Стройминерал» заводында сафҡа индерелгән яңы линияға бөгөн Өфөнән, «Уралстройиндустрия» күргәҙмәһенән онлайн старт бирелде. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй төҙөүселәр союзының беренсе вице-президенты Владимир Дедюхин ҡатнашты. Күргәҙмә-форум өс көн дауам итә, унда илдең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән төҙөлөш компаниялары, ошо тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттары үҙ экспозицияларын тәҡдим итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
3 миллиард һумдан ашыу инвестиция, 60 эш урыны. Учалыла базальт нигеҙендәге керамика гранулалары сығарыла башлай. Йылына 100 мең тонна, 50 төҫтә. Заманса материал төҙөлөштә, йорт ҡыйыҡтарын ябыуҙа файҙаланыла. Продукцияға ихтыяж ҙур. Яңы линияға бөгөн старт бирелде.
«Уралстройиндустрия» форум-күргәҙмәһе быйыл 33-сө тапҡыр ойошторола. Ул төҙөлөш тармағында эшләгәндәр өсөн фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелгән. Тап ошо сарала яңы эш алымдары, заманса технологиялар, ҡануни үҙгәрештәр, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү планы менән танышырға мөмкин. Ҡунаҡтар күргәҙмә-форумдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләй.
Майҙанда билдәле төҙөлөш компаниялары ла, материалдар етештереүселәр ҙә, проект әҙерләүселәр ҙә үҙ экспозицияһын тәҡдим итә. «Архтамға» эксперт-проект бюроһы Мәскәү архитектура мәктәбе уҡыусыларының эштәрен ҡуйған. Улар Бушмарин тирмәнен реконструциялау буйынса. Был проект башҡа архитектура ҡомартҡыларынан етештереү объекты булыуы менән айырыла.
Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан төҙөлөш күрһәткесен кәметмәй. Былтыр 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе, Рәсәйҙә етенсе урында биләй.
Өфөнөң комплекслы үҫеше планына ярашлы, киләсәктә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаһы аръяғында күләмле төҙөлөш ҡаралған. Был биләмәләрҙә 27 миллион квадрат метр торлаҡ һәм социаль объекттар сафҡа индереү планлаштырыла. Йәғни, яңы микрорайондар медицина һәм мәғариф учреждениелары төҙөүҙе лә күҙ уңында тота. Өфөләге күргәҙмә-форумды ошо комплекслы эшмәкәрлектең бер өлөшө тип әйтергә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова