Стәрлетамаҡ районында эшҡыуарлыҡ йылдам үҫешә

Былтыр эшҡыуарҙар һаны ике йөҙгә тиерлек артҡан. Улар хөкүмәтттән ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Ольга Филиппова «Ғаилә фермаһы»төбәк программаһы буйынса 5 миллион грант алыуға өлгәшкән. Грант иҫәбенә ул ит продукцияһы һәм ярымфабрикаттар етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алған. Эшҡыуар сауҙа селтәрен үҫтереүгә лә ҙур тырышлыҡ һала. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Был сауҙа нөктәһенән һатып алыусылар өҙөлмәй. Зарина Фазлетдинова ла ғаиләһенә һөт продукцияһын ошо магазиндан һатып алырға тырыша. Уның балалары һәм тормош иптәше ҡаймаҡ,эремсек һөт, кефир ярата. Һөт продукцияһының ҡулланыу мөҙҙәте ете көн. Улар был кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай,аҙыҡ-түлек һәр ваҡыт яңыртылып тора.

Республикала фермерҙар етештергән продукцияны тәҡдим иткән бер-нисә сауҙа нөктәһе бар. Уларҙың береһе күптән түгел Стәрлетамаҡ районында асылған. Уның етәксеһе Ольга Филиппова. Ике тиҫтә йылдан ашыу элемтә һәм коммуникациялар өлкәһендә эшләүсе ханым, алты йыл элек

ғаилә эшен дауам итеп, фермерлыҡ эшенә тотона. Крәҫтиән-фермер хужалығында һөт йүнәлешендәге ике йөҙ баш һауын һыйырҙары аҫрала, шулай уҡ кооператив бар. Хужалыҡта уға тормош иптәше һәм балалары ярҙам итә.

Пастеризацияланған эсәр һөт өсөн беҙ беренсе дәрәжә, ә ҡаймаҡ һәм май өсөн икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булдыҡ. Иң яҡшы сауҙа еөктәһе номинацияһында Башҡортостан буйынса еңеү яуланыҡ.

Ольга Филиппова, Крәҫтиән-фермер хужалығы һәм ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе

Эшҡыуар «Ғаилә фермаһы»төбәк программаһы буйынса дәүләттән 5 миллион һум ярҙам алған. Грант аҡсаларын Ольга Филиппова ярымфабрикаттар һәм шешлеккә ит етештереү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға тотонған.

Мң мөһиме-башлаған һәр эште яратып, күңел биреп башҡарыу. Алты йыл элек ауыл хужалығы йүнәлешендә эш башланым. Республикала фермерҙарға тәғәйенләнгән грант программалары уңышлы эшләй. Үҙ эшен башлаусыларға дәүләт тарафынан аныҡ ярҙам күрһәтелә.

Ольга Филиппова, Крәҫтиән-фермер хужалығы һәм ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе

Стәрлетамаҡ районында үҙ эшен асыусыларға бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ. Былтыр улар тағы ла ике йөҙ кешегә тиклем артҡан.

Әлеге ваҡытта Ольга Филлипованың ҡул аҫтында ике тиҫтәгә яҡын кеше эшләй. Ит эшкәртеү цехында эш өс ай эсендә яйға һалынырға тейеш. Проект ярҙамында фермерҙар ярымфабрикаттар һәм аҙыҡ-түлектән тыш, «Хәләл» стандарты буйынса ла продукция сығарасаҡ, биш кешегә яңы эш урындары буласаҡ.

Гүзәл Борханова