Өфөлә донъяла беренсе булып ҡатын-ҡыҙ архитекторға һәйкәл асылды

Монумент ул ваҡыттағы Черниковск ҡалаһы баш архитекторы Маргарита Куприяноваға бағышланған. Һәйкәл Ульяновтар һәм Беренсе Май урамдары киҫелешендәге аллеяла урынлашҡан. Был урын юҡҡа ғына һайланмаған. Өфөлә тыуған Маргарита Куприянова 1941 йылда Мәскәү инженер транспорты институтының архитектура факультетын тамамлай. Уҡыуҙан һуң, Советтар союзының көнбайыш төбәктәренең береһенә эшкә ебәрелергә тейеш була, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән йәш белгескә тыуған яғы-Өфөгә ҡайтырға тура килә. Архитекторҙың тәүге эштәренең береһе-ул ваҡытта айырым ҡала һаналған Черниковсктың ҡиәфәтен үҙгәртеү бурысы ҡуйыла. Маргарита Куприяноваға һәйкәлде асыуҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, билдәле скульптор һәм архитекторҙар ҡатнашты.

Һәйкәл эшләү процессы оҙаҡҡа һуҙылды. Тәүҙә эскиздар эшләнде, ул ҡала төҙөлөшө советында раҫланды. Монументтың бейеклеге 4 метрға яҡын. Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Ул ҡала халҡына оҡшар тип ышанабыҙ.

Хәниф Хәбибрахманов, Скульптор, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы

Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт йорто, «Победа» кинотеатры, билдәле «Восьмиэтажка», Беренсе Май урамы һәм башҡалар... Маргарита Куприянова фекеренсә, биналар функциональ һәм һыйҙырышлы ғына түгел, ә матур ҙа булырға тейеш. Шуға күрә, төҙөлөштә иғтибарҙы йәлеп итеүсе төрлө деталдәр ҡулланыла. Маргарита Николаевнаның проекттарының тағы бер үҙенсәлеге булып-ябыҡ ихаталар һанала.