Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәре директорҙары урынбаҫарҙары менән осрашты

Уҡыу йорттарында террорға ҡаршы хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡаралды. - Илдә мәғариф учреждениеларында һәр төрлө  тәртиһеҙлек ҡылыу осраҡтары бар. Беҙҙең бурыс - балаларҙы һаҡлау өсөн саралар күреү. Беҙ профилактик эште көсәйтеү буйынса саралар әҙерләнек, тине Радий  Хәбиров. Мәктәптәрҙе һаҡлауға күберәк аҡса бүленә. Тағы бер өҫтөнлөклө бурыс - директорҙарҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу. 1 мартта өҫтәмә түләү ҡарала. Мәктәптәрҙә психологик климатты күҙәтеүгә  иғтибар артасаҡ. Был эшмәкәрлек Республика Башлығының айырым указы менән көйләнә.