Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе етәкселәре бизнес форумда осрашты

Силәбе өлкәһендә Башҡортостандан ҡала иң күп башҡорттар йәшәй. Был турала Радий Хәбиров бөгөн силәбеләр менән осрашыу барышында белдерҙе. Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер етәкселегендәге ҙур делегация Башҡортостанда икенсе көн эшләй. Бөгөн ике субъект етәкселәре ҡатнашлығында бизнес форум һәм эшлекле осрашыу үтте. Ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Оло зал да, модераторҙар ҙа, ваҡыт сикләүе лә юҡ. Эшҡыуарҙар үҙ ара күҙгә-күҙ ҡарашып йәнле һөйләшеү алып бара.

Осрашыуҙа Башҡортостандан һәм Силәбе өлкәһенән 100-ҙән ашыу компания вәкиле ҡатнаша. Эшҡыуарҙар фекеренсә, был формат бик отошло, яңы хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә нигеҙ һала.

Бизнес форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер тәбрикләне. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға ике субъекттың да иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте буйынса презентация тәҡдим ителде. Был үҙ сиратында хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләргә булышлыҡ итә. Төбәк етәкселәре белдереүенсә, берлектәге эшмәкәрлек өсөн мөмкинлектәр киң.

Силәбе делегацияһы Республика менән идара итеү үҙәгендә лә булды.Ҡунаҡтар ойошманың эшмәкәрлеген юғары баһалап, был тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә лә таратыу мөһимлеген билдәләне. Ошонда уҡ ике яҡтың рәсми вәкилдәре араһында эшлекле осрашыу үтте. Радий Хәбиров силәбеләргә милләттәштәребеҙгә ихтирамлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Силәбе лә 128 мең башҡорт йәшәй, башҡорт теле 40 мәктәптә һәм 33 балалар баҡсаһында өйрәнелә.

Хеҙмәттәшлек йүнәлештәренә килгәндә киләсәктә сәнәғәт, туризм өлкәһендәге берлектәге проектарҙы тормошҡа ашырыу ҡарала. Ауыл хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Башҡортостан күпләп иген үҫтерә, ә Силәбе өлкәһе макарон ризыҡтары етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора.

Осрашыуҙа ҡаралған аныҡ проекттарға килгәндә «Көньяҡ урал һуҡмағы» туристик маршрутын артабан үҫтереү, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү тураһында һүҙ бара. Өфөнән Магнитогорскка тиклем электр поезы йөрөтөү, авиарейс асыу мөмкинлеге ҡарала. Һөйләшеүҙән һуң хеҙмәттәшлек тураһындағы тиҫтәгә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһен социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек кенә түгел, күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй. Үткән йылдың 1 авгусынан ике арала юғары тиҙлекле электр поезы ла йөрөй башланы. Был үҙ сиратында хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтергә булышлыҡ итә.

Рәмзиә Кәримова