Өфө менән Силәбе өлкәһенең тағы бер хеҙмәттәшлек йүнәлеше - кампустар селтәрен булдырыу. Силәбе делегацияһы Өфөләге Геном үҙәгендә булды. Кампус базаһында 18 вуз-ара лаборатория, технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн инновацион инфраструктура, шулай уҡ айти һәм биоинформатика өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашырыусы Сберҙың 21 мәктәбе эшләй. Был йүнәлештәрҙә күрше төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙе арттырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә Өфөлә һәм Силәбелә кампустар булдырыу төбәк-ара берҙәм фәнни-технологик майҙан булдыра. Евразия милли мәғариф үҙәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы лабораториялары һәм Силәбе өлкәһе университеттары араһында айырым ғилми проекттар тормошҡа ашырыла. Киләсәктә хеҙмәттәшлек тағы ла нығыныр тип көтөлә, ике яҡлы килешеү быға булышлыҡ итәсәк.