Өфөлә Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәренең төбәк-ара форумы үтте

«Милли көс-төбәктәр берҙәмлегендә». Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәренең төбәк-ара форумы үтте. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, махсус хәрби операцияға ярҙам, коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге, туризмды үҫтереүҙәге тәжрибәләр менән уртаҡлашҡан саралар хаҡында киләһе яҙмала.

«Милли көс-төбәктәр берҙәмлегендә»Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе менән төбәк-ара диалогтың төп майҙансыҡтарының береһе йәштәр мөхитендә алып барылған патриотик тәрбиә нигеҙҙәренә арналды. Төбәктә йәш армеецтар хәрәкәтенә 50 мең, хәрби патриотик клубтарға 15 меңдән ашыу йәштәр ҡушылған. Бынан тыш шайморатов һәм кадет кластары ла әүҙем эшләй. Башҡоростан йәштәре илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә. Уны республиканың «Үҫмерҙәр киңлеге, z быуыны» йәштәре лә интеллектуаль уйындарҙа, хәрби-патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашып раҫлай. 6500 ашыу коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге тотош Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Форум майҙансығында шулай уҡ коммерция булмаған ойошмалар көнө үтте. Унда йәмғеһе Башҡортостандан 200, Силәбе өлкәһенән 500 вәкил ҡатнашты. Коммерцияла булмаған сектор, эксперт берләшмәһе, власть органдары һәм йәмәғәт лидерҙары вәкилдәре профессиональ диалог ҡорҙо.

Электрон отчеттар, Рәсәй Юстиция Министрлығы менән хеҙмәттәшлек итеү юлдары барланды, бухгалтер отчеты мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Иң яҡшы грант проекттары яҙған командалар асыҡланды.

Бынан тыш, фәнни-мәғариф өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре лә тикшерелде. Секцияларҙың береһе кампуста селтәрле инновация мөхите булдырыуға арналды. Туризмды үҫтереү мәсьәләләренә лә айырым иғтибар бүленде. Силәбе өлкәһе менән ут күрше Иглин районы ике яҡлы хеҙмәттәшлектә инвестициялар йәлеп итеү, ә «Торатау» геопаркы ике төбәк араһында туристик маршрут булдырыу тәҡдимен индерҙе.

«Милли көс-төбәктәр берҙәмлегендә» Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе менән төбәк-ара диалогы коммерция булмаған ойошмалар араһында бәйләнештәрҙе нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм социаль башланғыстарға ярҙам итеү өсөн майҙансыҡҡа әүерелде.

Гүзәл Борханова