Пилотһыҙ осоу аппараттарын үҙ ҡулдары менән йыйыусылар һәр деталгә иғтибарлы. Улар ҡорған тимер ҡоштар һауаға ла бик еңел күтәрелә. Башҡорт дәүләт аграр университетында «Пилотһыҙ системалар» федераль проекты сиктәрендә пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса белем биреү программаһы эшләй башланы. Бала саҡтан зәңгәр күк дарьяларына күтәрелеү хаҡында хыялланған йәштәрҙең тәүге осоштарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
Аяз Заһиҙуллин техника менән мәктәп йылдарынан мауыға. Башта ул роботтар йыйған. Студент сафына баҫҡас, егет дрондарҙы үҙе үк йыйып, идара итә.
Электроникаға әүәҫ йәштәр заман техникаһы менән эшләргә өйрәнә. Башта бер ни тиклем ауырыраҡ булһа ла, һуңынан тәжрибәле остаздары ярҙамында ярайһы уҡ оҫталыҡҡа өлгәшәләр. Дәрестәр теориянан башлана. Башта квадрокоптерҙың эске ҡоролошон ентекле өйрәнәләр. Һуңынан симулятор ярҙамында идара итеү алымдарын нығыталар.
Был кафедра республика һәм Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында асылды. Бында шөғөлләнеүсе студенттар пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү, уларҙы йыйыу буйынса компетенцияларын үҫтерә ала. Диплом алғас, пилотһыҙ осоу аппараттарын үҙ эшендә улар ҡыйыу ҡуллана аласаҡ.
Пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеүсенең бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Музыкант клваишаларҙы баҫып көй сығарһа, ҡулында идара пультын тотҡан егет дронды бармаҡтары менән төрлө хәрәкәттәр яһарға мәжбүр итә.
Пилотһыҙ осоу аппараттары араһында таҫманың теге яғынан ҡайтарылғандары ла бар. Трфей дрондарҙың конструкцияһын өйрәнеү дошмандың көсһөҙ урындарын һәм тактикаһын аңлау мөмкинлеген бирә.
Дрондарҙы тыныс ваҡытта, мәҫәлән, аграр тармаҡта ҡулланырға мөмкин. Һәм, ғөмүмән, Был перспективалы шөғөл киләсәк өсөн файҙалы. Инженерҙар өсөн иһә бөтөнләй яҡшы ғәмәл, бигерәк тә мәктәп уҡыусыларына юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн стимул бирәсәк.
Пилотһыҙ авиация системаларын үҫтереүгә Башҡорт дәүләт аграр университетының республиканың кадрҙар потенциалына индергән өлөшө булып тора.«Тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш» факультеты студенттары менән бергә урта һөнәри белем биреүсе «Колледж» структура бүлегенән дә йәштәр белем ала. Улар киләсәктә уңышты ерҙән генә түгел, ә һауанан ла һаҡлай аласаҡ.
Был кафедрала 56 төрлө пилотһыҙ осоу аппараты тупланған. Уларҙың өс тиҫтәнән ашыуы программа төҙөү, өсөүһе аэрофотһүрәттәр һәм кадастр эштәрендә, ә 20-һе пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙә ҡулланыла.
Гүзәл Борханова