Өфөләге Ләлә мәсете нигеҙендә эшләп килгән ирекмәндәр штабы алғы һыҙыҡҡа ярҙам итә

Гуманитар ылау әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан ирекмәндәргә мәсеттә айырым урын бүленгән. Бында улар йөҙгә яҡын маскировка селтәре, мең ярымдан ышау окол шәмдәре әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа ебәргән.

Ирекмәндәр әйтеүенсә, бер блинджады төнө буйы йылытыу өсөн ошондай ике окоп шәме тотонола. Үҙҙәре эшләгән әйберҙәрҙән тыш, гуманитар ылау туплауҙа балалар баҡсалары, мәктәптәр ярҙам итә. Балалар яҙған хаттар яугирҙарҙың кәйефен күтәрә, уларҙы тыуған яҡта еңеү менән көтөүҙәре тураһында иҫкәртә.

Махсус хәрби операция башланғас, өйҙә генә ултырып ҡалыу минең өсөн оят булыр ине. Теген машинам бар, шуға күрә балаклавалар, яралылар өсөн кәрәк-яраҡтар тегә башланым. Унан һуң, дуҫым контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ул миңә маскировка селтәрҙәре күп кәрәк, улар беҙгә ныҡ ярҙам итә, тине. Ошо ирекмәндәр штабына килеп ҡушылдым, буш ваҡытым булған һайын килергә тырышам.

Лариса Кувайцова, ирекмән

Ирекмәндәр махсус хәрби операция яугирҙары менән осрашып, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып эшләргә тырыша. Был юлы ҡунаҡта-«Мөслим» ҡушаматлы яугир. Салауат районы егете алғы һыҙыҡта штурмлаусы булып хеҙмәт иткән. Ирекмәндәр үргән маскировка селтәре үҙемә лә бер нисә тапҡыр ярҙам иткәне булды, ти яугир.