Башҡорт бал ҡорттары Үзбәкстанда халыҡты дауалаясаҡ

Быйыл яҙ Аҡташ тарлауығы эргәһендә апитерапия үҙәге асыу планлаштырыла. Үзбәкстан вәкилдәрен Өфөлә булдырылған халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге эше, унда ҡулланылған дауалау ысулдары ҡыҙыҡһыныу уята. Ике республика араһында хеҙмәттәшлек сиктәрендә, ошондай уҡ үҙәк төҙөү буйынса юл картаһы төҙөлә. Үзбәкстанда асыласаҡ апитерапия үҙәгенә белгестәр әҙерләүҙә Башҡортостан табиптары ҡатнаша. Улар бал ҡорттары менән дауалау ысулдарын үҙләштерергә ярҙам итә.