Был турала Республика Башлығының күрше өлкә губернаторы Алексей Текслер менән осрашыуында белдерелде. - Беҙҙең предприятиелар әүҙем һөйләшеүҙәр алып бара, төбәктәр араһында сауҙа артырға тейеш, - тине Радий Хәбиров. Алексей Текслер билдәләүенсә, ил алдында яңы технологик бурыстар тора, уларҙы Башҡортостан һымаҡ күршеләр менән бергә хәл итеү һөҙөмтәле буласаҡ. Өфөлә ике көнлөк сәфәр менән Силәбе делегацияһы булды.