Ғәйрәт Манаев чемпионатта ҡатнашты. Ул 7-се урын алды һәм Башҡортостан йыйылма команданың резервына инде. Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ғәйрәт Манаев Башҡоростан парашют спорты федерацияһын етәкләй. Ул йәш сағында 950 тапҡыр парашют менән һикергән. 15 йылдан ашыу Рәсәй йыйылма командаһы тренеры була. Уның етәкселегндә беҙҙең спортсылар ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яулай.