Ул сентябрҙә Екатеринбургта уҙғарыла. Федераль вице-премьер Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, илдең ике тиҫтәнән ашыу төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда волонтерҙар әҙерләү үҙәктәре булдырыла. -Йәштәр фестивалендә 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уларға ирекмәндәр ярҙам итә. Бының өсөн 23 төбәктә 30-ға яҡын үҙәк һайлап алынған. Ирекмәндәр халыҡ-ара сараны лайыҡлы уҙғарырға ярҙам итергә тейеш - тине Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.