Альтернатив хеҙмәт өсөн һөнәрҙәр исемлеге киңәйтелә

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы яңы проект әҙерләгән. Унда 363 һөнәр күрһәтелгән. Айырым иғтибар һаулыҡ һаҡлауға бирелгән. Хәҙер альтернитив хеҙмәт һайлаусылар травмотолог-ортопед, невролог, офтальмолог булып та эшләй ала. Кешеләрҙе ошо шарттарҙа эшкә алырға теләүсе предприятие-ойошмалары һаны ла күбәйгән. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса армияға алыныусыларҙың альтернатив хеҙмәт һайлау мөмкинлеге бар.