Өфөлә танылған фоторәссам Рәйеф Баҙыҡовтың фотокүргәҙмәһе эшләй

Ул оҫтаның 80 йәшлек юбилейына арнала.  Тәҡдим ителгән фотоларҙың күбеһе һуңғы йылдарҙа төшөрөлгән. Шулай уҡ 50-60 йыллыҡ һүрәттәр ҡуйылған. Экспозиция менән Өфө художество галереяһында танышырға була. Ул 10 мартҡа тиклем дауам итә.