Башҡортостан предприятиелары вәкилдәре Белоруссияға бара

Бизнес сәфәрҙә ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. Сәфәр 19-20 мартҡа планлаштырылған. Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, белорус компаниялары менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү маҡсаты ҡуйыла. 2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Беларусь төп сауҙа партнерҙарының береһе булып тора. Агросәнәғәт, машина төҙөлөшө һәм ағас эшкәртеү продукцияһы артҡан. Бизнес-миссия "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты буйынса ойошторола.