"Башнефть" берҙәм лояль программаға күсә

«Роснефть» составына ингән «Башнефть»  яғыулыҡ станциялары селтәре «Роснефть» компанияһының берҙәм лояль булыу программаһына күсә. Ул   водителдәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Рәсәйҙең 14 төбәгендә урынлашҡан «Башнефть» яғыулыҡ станцияларында «Роснефть» компанияһының берҙәм лояль булыу программаһын ҡулланыу өсөн «ҠУШЫМТАЛАР» магазиндарында «АЗС Роснефть» мобиль ҡушымтаһынан  «Ғаилә командаһы» виртуаль картаһын телефонға күсереп алырға кәрәк. Мәғлүмәтле, күп функциялы, уңайлы һәм интуитив ҡулланыу өсөн аңлайышлы ҡушымта   смартфонда интернет булмаған шарттарҙа ла, шул иҫәптән авиарежимда эшләй. «Ғаилә командаһы» программаһы менән яңы ҡуллана башлағандарға  акция ҡаралған,  унда ҡатнашыу шарттары менән картаның сайтында танышырға була. Программа сиктәрендә партнерҙарҙың булыуы ла уңай.

Карта ярҙамында «АЗС Роснефть» ҡушымтаһында яғыулыҡ өсөн автомобилдән китмәйенсә лә онлайн түләргә мөмкин. Программала бер балл бер һумға тиң, балл ҡатнашыу кимәленә ярашлы иҫәпләнә: яғыулыҡ һәм уға бәйле тауарҙар һатып алыу күләме ҙурыраҡ булған һайын, балл күберәк өҫтәлә.

«Башнефть» компанияһының элекке лояллек программаһы яғыулыҡ станцияларында  2026 йылдың апрель аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала, автомат яғыулыҡ ҡойоу станцияларында уны 2026 йылдың авгусына тиклем ҡулланып була.