Быйыл 63 баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорттарға газ үткәреү мөмкинлеге була

Был турала бөгөн Өфөлә Баҡсасылар форумында белдерелде. Бөгөнгә 1 мең 600 участкаға тиклем газ торбалары һуҙылған, меңгә яҡын йорт системаға тоташтырылған. Республика Башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда 15 мең баҡса йортона газ үткәрергә була. - Программа өсөн сығымдар  миллиардтарса һумға төшә, - тине Радий Хәбиров. “Форумда көнүҙәк мәсьәләр ҡарала, хәл итеү юлдары билдәләнә”, - тип белдерҙе  Башҡортостан фәндәр Академияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы   Александр Кобыскан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт