Силәбе өлкәһе вәкилдәренең Башҡортостанға эшлекле сәфәре дауам итә

Бөгөн губернатор Алексей Текслер етәкселегендәге рәсми делегация Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы легендар комдивтың тормошо һәм башҡорт атлыларының хәрби батырлыҡтары менән таныштырҙы. Эшлекле программаға ярашлы, Силәбе өлкәһе делегацияһы республиканың сәнәғәт һәм социаль объекттары менән таныша, төбәктәрҙең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәре презентацияһы, бизнес-форум форматында эшлекле һөйләшеүҙәр уҙғарыла. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.