Баймаҡта «Урал батыр-2026» ижади район конкурсы үтте

Ҡыйыулыҡ һәм ижад алышы. Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр-2026» ижади район конкурсы үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

«Урал батыр мәктәбе» проектында уңышлы эшләүсе «Айыуҡай» башҡорт балалар баҡсаһы рухлы ярыштар ойоштороп тора. «Урал батыр» бәйгеһе лә яңы исемдәр аса. Быйыл конкусҡа Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай», «Йондоҙло» «Толпар», «Күбәләк», 5-се мәктәп яны, Иҫке Сибай, Ниғәмәт, Сәйғәфәр ауылы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре сыҡты.

Береһенән береһе ҡыйыу 9 конкурсант йәрәбә буйынса сығыш яһаны. Уларҙы жюри ағзалары әҙерлек кимәлен, һөйләү оҫталығын, үҙаллылыҡ яғынан баһаланы. Малайҙар беренсе этапта үҙҙәре менән таныштырҙы, интеллектуаль конкурста пазл төҙөп, лабиринт үтеп, логик мәсьәлә сисеп белемдәрен, зирәклектәрен һынаны. Ижади бәйгелә егеттәр төрлө яҡлап һәләттәрен, һүҙ оҫталыҡтарын, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте.

Дәртле, отҡор малайҙарҙың көсөн физик конкурс асыҡланы. Бында ла улар һынатмай, матур сығыш яһаны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гран-приға «Күбәләк» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүсеһе Данил Иҫәндәүләтов лайыҡ булды. Ул «Айыуҡай» балалар баҡсаһы һәм «Урал мәктәбе» символы төшкән махсус кубок, грамота һәм бүләктәр менән наградланды. Һәр ҡатнашыусыға тәрбиәселәрҙең үҙ ҡулдары менән теккән милли орнаментлы галстуктар тапшырылды.