Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеү-дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Смарт-баҡсасы» Халыҡ-ара форумының пленар ултырышында билдәләне. Бишенсегә уҙғарылған сарала власть органдары, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ ширҡәт рәйестәре, әүҙем баҡсасылар ҡатнашты. Федераль эксперттарҙың юғары баһаһын алған форумдан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Наталья Макарованың баҡсасылыҡ ширҡәтендәге йорто гөл-сәскә менән тулы. Яҙ етеп, көндәр йылытыу менән улар ихата алдына күсереп ултыртыласаҡ. Ер эшенә булған һөйөүе йылытмалағы йәшеллектә лә күренә. Ағас-ҡыуаҡлыҡ үҫентеләре, йәшелсә үрсетмәләренең иҫәп-һаны юҡ. Һәр ҡайһыһы иғтибар һәм һаҡсыл ҡараш талап итә.

Баҡсасылыҡ менән бала саҡтан шөғөлләнәм, бөгөн был эштә ғаиләм ҙур ярҙам күрһәтә. Йыл әйләнәһенә ошо матурлыҡҡа һөйөнөп йәшәйем. Ширҡәттә йәшәү шарттары ла йылдан-йыл яҡшыра, инеү урынында шлагбаум ҡуйылды, юлдарға ҡырсынташ түшәлде. Электр менән тәьминәт системаһында ла ыңғай үҙгәрештәр булыр тип көтәбеҙ.

Наталья Макарова, «Весна» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүсе

Башҡортостанда баҡсасылар менән эш системалы алып барыла. «Смарт-баҡсасы» форумы көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләү нөктәһе. Һуңғы дүрт йылда ғына ширҡәттәргә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы 762 млн һумдан ашҡан. Быйыл биләмәләрҙең инфраструктураһын үҫтереүгә тағы ла 175 миллион һум аҡса бүленә.

Финанс ярҙам ширҡәткә илткән юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға, эске инфраструктура ремонтына, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Барлығы 14 йүнәлеш буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә кадастр эштәрен ойоштороу буйынса ла Башҡортостан ил кимәлендә алдығы төбәктәр иҫәбендә. Ер участкалары иҫәпкә ҡуйыу әүҙемләшкән. Шулай уҡ теркәү үткән күсемһеҙ милек объекттары ла 6 процентҡа артҡан.

Форумда өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре менән бәйләнеш кимәле артыуын билдәләр инем. Форумда яңғыраған проблемалар тотош илдеке менән оҡшаш. Шуға күрә республика тарафынан күрһәтелгән дәүләт ярҙамы ҙур әһәмиәткә эйә. Уңышлы тәжрибәне башҡа төбәктәргә лә таратыу мөһим.

Анастасия Рачева, «Ростснт» ассоциацияһы рәйесе

Башҡортостанда «Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте» конкурсында ҡатнашып та биләмә инфраструктураһын яҡшыртыуға ярты миллион һумлыҡ грант оторға мөмкин. Һуңғы ике йылда 24 берләшмә был ярҙам сараһы менән ҡулланған. Форумға килгәндә, баҡсасыларға төрлө ведомстволар тарафынан консультатив ярҙам да күрһәтелде.

Баҡса уңышы менән һатыу итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Башҡортостан район-ҡалаларында урам сауҙаһына өс йөҙҙән ашыу майҙансыҡ ойошторолған. Форум барышында республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙа был мәсьәләгә яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Шулай уҡ төбәктә баҡсасылар өсөн социаль проект та тормошҡа ашырыла. Маркетплейста продукцияға бәйле иғландарҙы бушлай ҡалдырырға мөмкин.

Гөлназ Хәйбуллина