Өфөлә Фирүзә Абдуллинаның ижад кисәһе үтте

Шағирә Фирүзә Абдуллина уҡыусыларын йыйҙы. Ижад кисәһе Өфөлә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Йыр-моң, шиғыр байрамына Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының уҡыусылары, шиғриәт һөйөүсөләр йыйылды, тамаша шағирә һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғри шәлкемдәр, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Ижад кисәһенән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Меңгә яҡын шиғыр, 200-ҙән ашыу йыр. Уҡыусылар Фирүзә Абдуллинаның ижадын халыҡсанлығы, фәлсәфәүи ҡарашы, тәрән фекерҙәре, һутлы, бай теле өсөн ярата. Уның шиғырҙарында һәр кем күңел торошона ауаздаш юлдар таба ала.

Фирүзә Абдуллина Баймаҡ районы Шүлкә ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Әммә ғүмеренең күп өлөшө килен булып төшкән Ҡырмыҫҡалы ере менән бәйле. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы 40 йылға яҡын балаларға белем биргән күренекле педагог, ә шағирә булараҡ ул тәүҙә интернет селтәрендә таныла.

Фирүзә Абдуллина шиғриәт донъяһына яҙғы даръя һымаҡ ҡапыл килеп инә лә уҡыусыларҙың һөйөүен яулай. Ижад кисәһенә халыҡтың бер зал булып, шығырым тулып килеүе, шағирәне гөлләмәләргә күмеүе шуға асыҡ миҫал.

Фирүзә Абдуллина бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 5 китап авторы. Уның шиғырҙарына 200-ҙән ашыу йыр яҙылған. Илһамды мин кешеләрҙән алам, ғүмер буйы донъяға һоҡланып йәшәйем, ти автор.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә тигән һымаҡ, Фирүзә Абдуллинаның ижад емештәре күптәр өсөн өҫтәл китабына әүерелгән. Кешеләр һөйөнөс-көйөнөстәрен дә, уйлы-хисле мәлдәрен дә уның шиғырҙары менән бергә кисерә, яҡын кешеләрен Фирүзә Абдуллинаның шиғри шәлкемдәре менән тәбрикләй. Шағирәнең ижады халыҡ араһында, халыҡ күңелендә йәшәй.

Р.Кәримова