Өфөлә Республика татарҙары милли-мәҙәни автономияһы конференцияһы үтте. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған сарала төрлө райондарҙан 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ойошма етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, бөгөн һәр районда йәшәүселәр – башҡорт,татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурттар -барыһы ла гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән лозунг менән йәшәйбеҙ, бөгөн беҙҙең геройҙар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, - тине ул.
Форумда татар мәҙәниәтен үҫтереү, милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре ҡаралды. Римма Үтәшева билдәләүенсә, беҙ туған телдәребеҙҙе һаҡларға тейеш. Беҙҙең күп милләтле Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Республика татарҙары милли-мәҙәни автономияһы конференцияһы алтынсы тапҡыр ойошторолдо.