Башҡортостанда хәүефле ҡырағай хайуандарҙы аулаусыларға аҡса түләнә

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы проект әҙерләгән. Уға ярашлы, айыу, бүре һәм төлкө алған һунарсыларға аҡса түләнәсәк. Сумма 3 мең һумдан 50 мең һумға тиклем була. Ведомствонан белдереүҙәренсә, айыу, бүре һәм төлкө һаны арта бара. 2025 йылда ҡырағай хайуандар ауылдарға инеүенә бәйле 500 осраҡ теркәлгән, 4 урында айыу кешегә ташланған. Проект хайуандар һанын көйләүгә йүнәлтелгән.