Бер төркөм һалдаттар ҡыҫҡа ялда булды. “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдындағы майҙанға хәрбиҙәрҙе оҙатырға ғаиләләре, яҡындары һәм дуҫтары килде. “Һеҙгә уңышлы хеҙмәт һәм иҫән-һау йөрөп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ”, - тине Башҡортостан хәрби комиссариаты бүлек етәксеһе Егор Ефимов һәм баш ҡаланың Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Фәхретдинов. Яугирҙар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бүленгән автобуста юлға сыҡты. Транспортты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.