2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса, ваҡлап һатыу 2024 йыл менән сағыштырғанда 3,2 процентҡа күтәрелгән. суммаһы 1 триллон 700 миллиардҡа еткән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының киңәйтелгән коллегияһында ошо турала белдерелде. Иҡтисади һынауҙарға ҡарамаҫтан, республика был күрһәткестәр буйынса илдә 8-се, Волга буйы округында 2-се урында килә. Башҡортостан сауҙа объекттары һаны буйынса ла башҡаларға өлгө булып тора. Былтыр Благовещен районында “Озон”, Шишмәлә “Сбермаркет” логистика үҙәге асылды.15 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған. Шулай уҡ юл буйы сервисы үҫешә. Сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһенә инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙе әүҙемләштереү ҡарала.