Сара 20 апрелдә башлана, өс көн дауам итә. Эшлекле йыйын традицияларға һәм рухи ҡиммәттәргә һөйөү тәрбиәләгән сифатлы, хәүефһеҙ һәм түбән хаҡҡа балалар тауарҙарын етештереү маҡсатын ҡуя. Республикала балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтары кластеры эшләй. Ул 80-дән ашыу предприятиены берләштерә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар иҫәбендә.