Сара биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе биләмәһендә уҙғарыла. Марафонда ҡатнашырға 800 кеше теләк белдергән. Өлкәндәр өсөн биш, ун, 30 йәки 50 километр дистанция. Кескәйҙәр 1 километр, 50, 400 метр арауыҡты һайларға мөмкин. Бөтә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле сувенирҙар һәм миҙалдар бирелә.